ЮНОШЕСКАЯ МОДЕЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА
МУНИЦИПАЛЬНОГО АВТОНОМНОГО УЧРЕЖДЕНИЯ
ЦЕНТРАЛЬНАЯ БИБЛИОТЕКА
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА
КАРАИДЕЛЬСКИЙ РАЙОН
РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
logo
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
ҠАРИҘЕЛ РАЙОНЫ
МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ
ҮҘӘК КИТАПХАНАҺЫ
МУНИЦИПАЛЬ АВТОНОМИЯЛЫ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫНЫҢ
ҮҪМЕРҘӘР МОДЕЛЬ КИТАПХАНАҺЫ
logo
Республика Башкортостан, Караидельский район, с. Караидель, ул. Ленина,9
тел. +7 (347 44) 2-11-44 ; e-mail: bibkaraid@mail.ru
logo

Всемирный день писателя. Друзья о писателе. Фидаил Сафин.

Тамырҙар бит тере ҡалды.

 

Болмоҙо ауылында йәшәгән тарих уҡытыусыһы, Башҡортостан Республиҡаһының мәғәриф оличниғы Фидаиль Әбелған улы редакцияға  йыш инә. Һәм уның һәр килеүендә берәр “күстәнәсе” була. Ул инде йә мәҡәлә, йә шиғыр рәүешендә. Элегерәк был егет шиғыр яҙадыр тигән уй башта ла юҡ ине. Баҡһаң, ул быны һиҙҙермәй йөрөгән икән. Бер нисә йыл элек ул уларҙы гәзиткә килтерә башланы. Был өйрәнсек кеше әсәрҙәре түгел ине, ә етлеккән, ҡояш астында йәшәргә хоҡуҡлы әсәрҙәр. Шуға уның “Быуат артылғанда” тигән шиғри йыйынтығын ҡулға алғас, ғәжәпләнмәнем.

Фидаиль Сафин 1962 йылдың сентябрь башында Болмоҙо ауылында донъяға килгән.Ошонда уҡ һигеҙ йыл уҡып, Мәсәғүт педагогия училищеһенә уҡырға  инә.

– Студент йылдарында уҡытыусым Сафура апа Шамсутдин ҡыҙы башҡорт әҙәбиәте менән мауыҡтырып, билгеле шағирҙәр Р.Сафин, Р.Шаммас менән осрашыуҙар ойоштороп,ҡәләм тирбәтергә өйрәтте, тип иҫкә ала Фидаиль. – Беҙ үҙ ижат емештәребеҙҙе стена гәзитендә күрә башланыҡ.

Әйе, йәш саҡта, һөю, һөйөлөү тәъисире астында күптәр шиғриәт менән мауыға. Ә менә Фидаиль шиғриәт менән элемтәһен азаҡ та өҙмәгән. Ул уның йөрәгенә ғүмерлеккә кереп оялаған шикелле. Хәрби хезмәт йылдарында ла яҙған шиғырҙары бер блакнот булып киткән.

Бре ваҡыт шиғырҙәр яҙыу онотолоп тора. Егет тарих менән ҡыҙыҡһынып китеп, уңа баш-аяғы менән кереп сума. Ә бит Фидаиль тарихты кабинета ғына ултырып өйрәнмәй. Ауылдан ауылға йөрөп тарихи материалдар йыя, уларҙы ғилми әҙәбиәткә кертеү өстөндә арымай-талмай эшләй. Шиғырҙар ҙа уңа тынғылыҡ бирмәй. Нимә һуң ул шағир Фидаиль өсөн шиғырҙәр? Ә бына нисек яуап ҡайтара ул дүртюллыҡта:

Тыуған ергә, үҙ халҡыма

Аҡ бәхет юрауҙарым.

Яратылмай яратыуҙан

Күҙ йәшһеҙ илауҙарым.

Шағирҙең беренсе китабына тормош айышына төшөнөргә тырышыуҙан тыуған уй-хистәре, тәбиғәт, күңел, рухиәт хаҡында шиғырҙар ингән.

Фидаиль бернәрсәгә лә битараф түгел. Бына ул тыуған теле тураһында нисек яҙа:

Тыуған телем – моң шишмәһе,

Тәрән йылға, һыуы яҡты.

Ағыр ине ул йәйелеп,

“Бөйөк” кая ике яҡта.

Тыуған телем – моң шишмәһе.

Дәүләт теле статусы бар.

Йәйелеп китеп ағарға

Ҡаялар бар… үҙәне тар.

“Йәшәй әле башҡортом” шиғырендә ул:

Ҡымыҙ гына эскән башҡорт

Араҡыға күсеп китте, – тип саң ҡаға. Әммә әсәр оптимистик нотала бөтә.

Һарғайтһа ла япраҡтарҙы

Тамырҙар бит тере ҡалды,

Йәш үсенте үсеп  сыҡты,

Йәшәй, тимәк, Башҡорт халҡы.

Фидаиль тәбиғәт балаһы. Күп кенә шиғырҙары тыуған яғына, урман, йылғаларға бағышланған. Ул уларҙың һулышын тойоп йәшәй, шунда күңел, йән яраларын дауалай, көс, илһам ала.

Мин Фидаиль Әбелғаян улының ижадын күҙәтеп киләм. Аллаһы Тәғәлә насыйп итһә, беҙ уның тағын да китаптарын күрербеҙ әле.

Ҡариҙел буйында ҙур булмаған Болмоҙо ауылында уҡытыусы, тарихсы, шағир йәшәй. Уның уйҙары яҡты, эштәре матур, күңеле киң. Тыуған илем, халҡым тип яна ул. Бындай кешеләр арабыҙҙа бик һирәк. Ҡыйблаң дөрөс, Фидаиль. Уны юғалтма. Уңыштар һиңә юлдаш булһын.

   Г.Тимершина, шағирә, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғ.Лоҡманов премияһы лауреаты.

 

Фидаиль Сафин тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе, языусы һәм шағир булараҡ билгеле. Ваҡыйғаларға, факттарға фәлсфәүи күҙлектән – ҡарау уның төп дивизы. Берәүҙәр уның менән килешер, ә икенселәр исә бәхәҫкә инер. Әммә улар автор күтәргән проблемалар өстөндә һисшикһеҙ уйланасаҡ. Фидаиль Әбелғаян улының шиғырҙәрендә тыуған яҡҡа, ата-бабалар, өлкән быуын кешеләре васыятына туғры булырға сағырыу ҡыҙыл еп булып үтә.

Мәшһүр Анна Ахматова яҙған шиғри юлдар искә төшә

Алтын тутыға, ҡорос серер

Кителер мәрмәр.

Барыһы ла әзер үлемгә.

Иң нығы ерҙә – ҡайғы,

Ә илаһи һүҙ ҡала мәңгегә.

Ғаян Лоҡманов исемендәге премия лауреаты Ф.Сафин нәҡ ошондай һүҙҙәр табырға тырыша. Ижадсы ҡайсаҡ ғәжәеп ҡысҡалыҡҡа ирешә. Мәҫәлән, ҡәләм остаһы үҙенең биографияһын нибары ике юлға һыйҙырған

Тормош юлым бик ябай –

Малай, егет, ир, бабай.

               Р. Мостафин, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре,  Ғ.Лоҡманов премияһы лауреаты.

 

Фидаиль Сафиндың тарихтарҙы байҡап, күңелен түңкәреп яҙған шиғырҙары төбәк моңон ғына еткермәй, заманыбыҙҙы һөйләй, дәүер йырын йырлай. Фидаилдең:

“Эй, башҡортом, любезники,

Йәнбирҙенең балаһы.

Һөйөү өсөн генә тыуған

Төньяҡ һөйөү аллаһы”, –

тип яҙған юлдары уйға һалмай ҡалмас сәмле уҡыусыны.

                Лариса Абдуллина, шағирә, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты.

 

                                  Ҡариҙел Карамзины

“Һәр халыҡтың үҙ тарихы өйрәнелһен өсөн уның үҙ Карамзины булыуы шарт” – тигән заманында М.Өмөтбаев. Фидаил Әбелғаян улы Сафинды ла беҙ “үҙ Карамзиныбыҙ” тип атай алабыҙ.

Ул Болмозо ауылында тыуа,ошонда уҡ һигеҙйыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан Мәсәғүттә уҡытыусы һөнәренә эйә булырлыҡ белем ала. Хеҙмәт юлын Балтас районында балалар уҡытыуҙан башлай. Ике йыл армияла хеҙмәт итә. Башҡот дәүләт университетының тарих фаҡултетын тамамлай. Беренсе мәҡәләләре ул шәкерт сағында уҡ ваҡытлы матбуғатта басылып сыға.

Ф.Сафиндың яҙмалары тарихи мәғлүмәттәргә бай булыуы, ышаныслы сығанаҡтарға негеҙләнеүе, эҙмә-эҙлеклелеге, фәннилеге менән айырылып тора. Уның этнография мәсәләләренә бағышланған басмаларында ерле халыҡ, Ҡариҙел ере төп образ булып урын ала. Тыуған төбәгебеҙҙең тарихы айырым сорларҙа булған халыҡтың көнкүреше, йолалары, мәҙәнияте, социаль-иҡтисади хәле шаҡтый тәрән күрһәтелә. Шуға ла гәзит уҡыусылар Фидаиль Әбелғаян улының тарихи очерктарын ратып уҡыйҙар, үҙ итәләр. Был материалдар ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә. Улар бигерәк тә йәш быуын өсөн тәрбиәүи әһәмиәтле.

Ф.Сафиндың күп геройҙары – тарихи шәхестәр: С.Юлаев, Бүләк Якупов,Хәлил Якупов, Байҡы бей һәм башҡалар. Был мөһим темала үҙ ваҡытында үҙ һүҙеңде әйтә белеү кәрәк икән, проблема ктәреү, халыҡтың, йәмғиәтселектең иғтибарын йәлеп итеү үҙе үк авторҙың профессионал өлгөргәнлеген күрһәтә. Был тыуған төбәгеңде, тыуған тупрағыңды ныҡ һөйөүҙән генә килә.

     Район уҡытыусылары коллективы.

 

                              Әбел улы Фидаил

Сәләтле кше – ғәжәпләндереүсе кеше. Фидаил күп ваҡыт фекер тәрәнлеге менән уйға һалһа, ҡайһы бер саҡта ҡыҫҡалыҡ менән дә хайран итеп ҡуя. Мәҫәлән: “Тормош юлым бик ябай: Малай, егет, ир, бабай”, – тип яҙа ул, үҙенең биографияһын. Мәкин бында “хата” киткән, шағир тигән һүҙ төшөп ҡалған. Фидаил ул бит әле тәүҙә тарихсы ине, үҙенең белеме, шөғөлө, табыштары менән. Уның күҙ ҡарашы уҡ тарихсы, нимә генә осратмаһын бөгөнгөнө үткәнебеһ һәм киләсәгебеҙ менән ялғамай күрә алмай. Ләкин, нисек кенә тарихҡа башы батҡан булмаһын, шағирлығы ҡалҡа ла сыға. Тик, артыҡ күп яҙып кәбәк осормай, алтын бөртөктәрен генә ҡаҙып , йыуып ялтлатып бирә. Шуға ла әҙәбиәт әһелдәре уның ижадын хөрмәт менән ҡулға ала, үҙ итә. Төрлө конкурстарҙа уңышлы ҡатнашыуы ла авторҙың шағирлек кимәлен күрһәтә.

Ә бына “ҡара” халыҡҡ килгәндә, ул аңлап бөтә микән Фидаил Сафинды? Бәлкем, бөтмәйҙер ҙә. Бының өсөн, бәлкем, ҡара халыҡҡа бер аҙ ағарырға ла кәрәктер.

Фидаилдең тағы ла бер “кәмселеге” шунда – ул халыҡ араһынан сыҡмаған. Һаман да халыҡ араһында, тыуған ауылында йәшәй, ә үҙ ерендә пәйғәмбәрҙәр булмай. Һин сәсең менән ер һеперһәң дә барыбер ғалим дә, шағир ҙа түгел, ә өскө урам Әбел малай булып ҡалаһың. Фидаилдең шиғырҙарына  баһа биреү, анализлау ҡыйын, сөнки тарихсылығы арҡаһында улар бик тәрән, шағирлығы арҡаһында бик бейек. Уҡымаған кешегә аңлатҡансы, үҙең уҡып та аңлап бөтөү мөмкин түгел әле. Ябай һүҙ артына ғаҡыл хаҙинаһы йәшерә белгән фекр эйәһе был яҡташыбыҙ.

Шағирға бөгөнгө заманда айырым ярҙам кәрәк. Әгәр ҙә уның китаптары булмаһа, ысыннан да халыҡты ағартыу, милләтеңдең әҙәби-рухи байлығын арттырыу түгел, үҙеңде лә күрһәтә алмай ҡалаһың. Шуға ла үҙ еребеҙҙең пәйғәмбәрҙәре лә, шағирҙары ла булырға тейеш.

Зиһит Мурсиев, РБ яҙыусылар союзы ағҙаһы, Ғ.Лоҡманов премияһы лауреаты.